15:27 (UTC+5), 15 Сентября 2011

Республикала урман янғындары һаны ун тапҡырға кәмегән

Урман янғындары һаны һәм янғындан зыян күргән урман майҙандары Башҡортостанда былтырғыға ҡарағанда яҡынса ун тапҡырға кәмегән. Шулай итеп, үткән йылда 415 урман янғыны һөҙөмтәһендә 8500 гектар урман зыян күрһә, быйыл 80 янғындан 480 гектар зарарланған.
— Быйыл ямғырһыҙ ҡоро йәшендән тик 12 янғын сыҡҡан. Ҡалған 68 янғындың сәбәбе – кеше факторы. Кешенең вайымһыҙлығы ҡайһы саҡта үтә ҡыйбатҡа төшә, - тине республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин. – Шул уҡ ваҡытта һатып алынған яңы урман янғынын һүндереү техникаһы янғынды тиҙ арала һүндерергә ярҙам итте һәм эште ябайлаштырҙы. Былтыр янғынды ваҡытында һүндереү тиҙлеге 50 проценттан аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил итһә, ағымдағы йылда был күрһәткес 90 процентҡа тиерлек тиң. Бынан тыш, урман янғындарын беҙ әлегә ситтән көстәр йәлеп итмәйенсә үҙебеҙ һүндерәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика