05:26 (UTC+5), 14 Сентябрь 2011

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләренең ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылыуы ихтимал

Любовь Колоколова
Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреү мэрияла үткән ҡала хакимиәтенең Ҡулланыу тауарҙары баҙары идаралығының начальник урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова ҡатнашлығындағы сираттағы матбуғат конференцияһы темаһы булды. Быйыл дөйөм ҡала ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙән 30 октябргә тиклем Өфөнөң 20 майҙансығында үтәсәк, тип билдәләне ул.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре быйыл 27 августа Спорт һарайы алдындағы майҙанда бал һәм һуған йәрминкәһен үткәреүҙән башланды. Дөйөм алғанда йәрминкәгә 10 тонна самаһы бал, 25 тонна һуған, 35 тонна йәшелсә һәм 5 тонна ит килтерелгән ине.
10 һәм 11 сентябрҙә Серго Орджоникидзе исемендәге һарай һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа үткән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм республиканың 38 районынан умартасылар ҡатнашлығындағы бал йәрминкәләрендә йәмғеһе 919 һатыу урыны ойошторолдо. Унда төрлө сорттағы 169 тонна бал килтерелде.
Зөлфиә Ижбулатова хәбәр итеүенсә, алдағы ял көндәрендә Спорт һарайы алдындағы майҙанда – Башпотребсоюз предприятиелары ойошторған, ә 1 октябрҙә республика Мәғариф министрлығы ойошторған йәрминкәләр үтәсәк.
Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһының ветеринар врачтары һатылған тауарҙар сифатына контроллек итәсәк.
Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы етештереүселәренән йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн заявкалар күп булһа, уларҙың 5 ноябрҙән 27-һенә тиклем оҙайтылыуы ихтимал, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөлфиә Әлим ҡыҙы. Яңы йыл алды ит йәрминкәләре гелдәгесә 10-25 декабрҙә үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика