Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2011, 18:39
Шишәмбе Республика көнөн ғәҙәти ял көндәренә ҡушырға мөмкинлек бирмәйәсәк
Быйыл Башҡортостанда Республика көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә, биш көнлөк эш аҙнаһында булған ғәҙәти ике ял көнөнән тыш, республика халҡы шишәмбе, 11 октябрҙә лә, эшкә сыҡмаясаҡ.
РФ Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы, дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә ағымдағы йылдың 11 октябрь ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
республика көнө
хеҙмәт ҡануниәте
Читайте нас: