12:30 (UTC+5), 13 Сентября 2011

Өфөлә «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» экофорумы үтәсәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында 12 - 14 октябрҙә «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» экологик форумы һәм махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтәсәк. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы демонстрациялау, ҡалдыҡтарҙы контролдә тотоу, утилләштереү, ҡайтанан эшкәртеү һәм ергә күмеү буйынса яңы технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү — экофорумдың төп маҡсаты. Үҙ сиратында, күргәҙмә эшлекле бәйләнештәрҙе көйләүгә, тәбиғәтте һаҡлауға тәғәйенләнгән төрлө йүнәлештәге ҡорамалдар һәм продукция етештереү буйынса берлектәге проекттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, ул экологик эштәр һәм хеҙмәттәр баҙарын үҫтереүгә лә йүнәлтелгән.
Экофорум нигеҙендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенә, шулай уҡ зыянлы производство объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар үтәсәк. Форум программаһында һәр төрлө тематик түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, шулай уҡ «Ҡотҡарырға һәм һаҡлап ҡалырға» республика экологик акцияһына йомғаҡтар яһау планлаштырылған.
«Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Лигас» коммерция инновацион үҙәге ярҙамында үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика