11:47 (UTC+5), 12 Сентября 2011

Технопарктарға Башҡортостанда 650 гектар ер бүленәсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостанда технопарктар ойоштороу өсөн ике ҙур территория билдәләнгән. Икеһе лә Өфөнән алыҫ түгел ерҙән бүленгән. Майҙаны 150 гектарға тиң беренсеһе — Благовещенск янында, Өфө ТЭЦ-ы эргәһендә, дөйөм майҙаны 500 гектар самаһына тиң икенсе территория Миловка районында, 5-се ТЭЦ янында урынлашҡан.
— Был участкалары төҙөкләндерелгән, йылылыҡ, һыу, электр уты үткән, юлдары һалынған, ғөмүмән, эш башлауға тулыһынса әҙер заманса майҙансыҡтар буласаҡ. Индустриаль проекттар — Благовещенск майҙансығы нигеҙендә, ә юғары технологиялы проекттар 5-се ТЭЦ районында урынлашасаҡ. Бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө проекттар исемлегендә бындайҙар әлегә 50-ләп йыйылған. Үкенескә күрә, беҙҙә әлегә тиклем тарҡаулыҡ хөкөм һөрә, үҙ алдына эш итеүсе күп һанлы инновацион төркөмдәр һөҙөмтәлә дөйөм бер продукт эшләп сығарырға мөмкинлек бирмәй. Теге йәки был продукттарҙы баҙарға уңышлы сығарыр өсөн бергәләп тырышырға кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика