Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
12+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь 2011, 13:04
Рөстәм Хәмитов Йылайыр районында ағас эшкәртеү буйынса технопарк ойошторорға тәҡдим итте
Йылайыр районында Рөстәм Хәмитов «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Атап әйткәндә, республика башлығы ағас күмере етештереү буйынса пиролиз ҡулайламаһын ҡараны.
Предприятие 2008 йылдан эшләп килә һәм нигеҙҙә урман хужалығы, урман тергеҙеү эштәре һәм янғынға ҡаршы саралар менән шөғөлләнә. «Йылайыр урманы»ның 11 бүлексәһе бар. Хеҙмәтләндерелгән урман фондының дөйөм майҙаны 415 мең самаһы гектарҙы тәшкил итә.
Предприятие ағастан төҙөлөш материалдары етештереү менән дә шөғөлләнә. Бында йылына 5,5 мең кубометрға тиклем ағас эшкәртелә. Сығарылған продукция иҫәбендә – төрлө ағастан бысылған материалдар, өй буралары, шулай уҡ ағас күмере.
2011 йылда предприятиела ағас күмере етештереү буйынса пиролиз ҡулайламаһы сафҡа индерелгән, әлеге ваҡытта икенсе мейес файҙаланыуға тапшырылған. Ҡулайламалар ҡуйылғандан алып 106 тонна күмер етештерелгән.
Предприятиела бөгөн 84 кеше эшләй. Эшселәрҙең уртаса эш хаҡы 12400 һум самаһы тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов башлыса алюмин сәнәғәтенә ҙур партиялар менән оҙатылыусы ағас күмере етештереү технологияһы һәм предприятиеның киләсәккә пландары менән танышты. Асыҡланыуынса, күмерҙе бында сауҙа селтәрҙәрендә ваҡлап һатыу өсөн ҙур булмаған күләмдә фасовкалай башларға йыйыналар. Был етештереүҙең табышлылығын ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ тығыҙлығы арҡаһында өҫтөнөрәк булған брикетланған күмер етештереү күләмен арттыра барыу ҙа планлаштырыла. Ошоноң арҡаһында был продукцияның логистикаһы отошлораҡ буласаҡ. Бынан тыш предприятие етәкселеге күпләп активлаштырылған күмер етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Өфөнөң һәм республиканың ҙур ҡалаларының һыу ҡоролмаларында ғына уға булған ихтыяж йөҙәр тонна менән иҫәпләнә. Әле был адсорбент Башҡортостанға Пермдән ҡайтарыла.
— Даими рәүештә производствоны киңәйтеү алымдарын эҙләргә һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе арттыра барырға кәрәк, — тип ағас эшкәртеүселәрҙе хупланы Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Йылайыр районында ағас эшкәртеү буйынса технопарк булдырырға тәҡдим итте.
Автор:
«Башинформ» | фото: Рәиф Баҙыҡов
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
Читайте нас: