06:51 (UTC+5), 12 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов Ейәнсура районында ферманы ҡыҫҡа сроктарҙа төҙөп бөтөүҙе талап итте

«Башинформ» | фото: Рәиф Баҙыҡов
Ейәнсура районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңы Себенле ауылында төҙөлөп ятҡан һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. 1280 һыйырға иҫәпләнгән был комплекс төҙөлөп бөтмәгән объект булараҡ иҫәпләнә. Ул 2008 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған, әммә килеп сыҡҡан финанс мәсьәләләр арҡаһында төҙөлөш туҡтатылған. Бөгөнгө көнгә комплексҡа 356 миллион һум һалынған. Уны төҙөп бөтөү өсөн дөйөм алғанда – 126 миллион һум самаһы, беренсе сиратын тамамлау өсөн 31 миллион кәрәк буласаҡ. Икенсе сират 480 башҡа иҫәпләнгән һыйыр аҙбарын, һуйыу цехын, ветеринария пунктын, мал аҙығын һаҡлау урынын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һөтсөлөк-тауар ферма төҙөлөшөн бер өҙлөкһөҙ финанслағанда, уны 2012 йылға тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ бында тоҡомло мал һатып алыу планлаштырыла.
— Комлексты ҡыҫҡа сроктарҙа төҙөп бөтөргә һәм сафҡа индерергә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бының өсөн средстволар табырбыҙ. Объект 99 процентҡа әҙер, шуға күрә уны төҙөп бөтмәһәк - ғәфү ителмәйәсәк. 2012 йылда – икенсе сиратын төҙөп бөтөү, ә 2013 йылда проект ҡеүәтенә сығыу зарур. Бер юлы продукцияны эшкәртеү һәм һатыу хаҡында уйларға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика