Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
58.1
0
56.48
0
86.71
-3.75
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Сентябрь 2011, 14:29

Башҡортостан инновацион йәһәттән 10 иң әүҙем төбәк иҫәбенә инде

Башҡортостан төбәктәрҙең 2010 йылда инновацион әүҙемлеге йәһәтенән лидерҙар иҫәбенә инде. Инновациялар һәм мәғлүмәт технологиялары үҫеше милли ассоциацияһы рейтингында республика туғыҙынсы урында тора, ә 2009 йылда ул 15-се урында ине.
Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында Мәскәү килә. Унан ҡала Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, дүртенсе урында Татарстан, артабан Санкт-Петербург, Томск, Тверь өлкәләре һәм Алтай крайы килә.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас в