07:11 (UTC+5), 09 Сентября 2011

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Күмертау авиация предприятиеһында булды

"Башинформ"
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Сәфәренең тәүге пункты — Күмертау күмер разрезында Премьер-министр уны артабан файҙаланыу перспективаларын баһаланы.
«Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уны ике урынлыҡ Р-30 «Rotorfly» еңел вертолетының осоу-техник характеристикалары менән таныштырҙылар. Һауа судноһын эшләүсе инженерҙар билдәләүенсә, ҡулай хаҡы, эксплуатациялауҙа уңайлылығы, автомобиль бензинын күп ҡулланмауы (сәғәтенә ни бары 15 литр), конструкцияһының ышаныслылығы арҡаһында «Rotorfly» вертолеты халыҡҡа иң яҡыны иҫәпләнә һәм осорға өйрәтеүҙә күпләп файҙаланыла. Белгестәр фекеренсә, бындай вертолет яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарына патруллек итеүҙә, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә иҡтисади яҡтан отошло буласаҡ. Пилотһыҙ версияһы буйынса эштәр башланған. Идара ителеүсе вариантына ла автопилот ҡуйыу күҙаллана.
«Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Азамат Илембәтов етештереү цехтарында булды һәм «Ка-27ПС» вертолетында һауаға күтәрелде. Визиты дауамында Премьер-министр, республиканың авиация сәнәғәтен уңышлы үҫтереүгә бөтә перспективалары ла бар, «Rotorfly» проектына мотлаҡ ярҙам буласаҡ һәм уны финанслау хәл ителәсәк, тип билдәләне.
Эш сәфәре һуңында Азамат Илембәтов Ғафури урамындағы төҙөлөш майҙансығын ҡараны, унда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү программаһы буйынса күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөлә.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры йәнә бер авиапредприятиены — Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан «Кондор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны. Бында «Vimana» һәм «Savana» маркаһындағы тотош металдан эшләнгән ике урынлыҡ самолеттарҙы һатыу һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәләр. Деталдәр Италиянан ҡайтарыла. Өфөлә самолеттар тулыһынса йыйыла, двигатель ҡуйыла һәм самолетты осоп һынап ҡарау үткәрелә. Предприятие 4 урынлыҡ «Bingo» самолеты производствоһын үҙләштерергә планлаштыра, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика