Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2011, 17:14

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә

Республикала «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» XV бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы.
Лидер ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге ролен, уларҙың төрлө эшмәкәрлек өлкәләренә индергән өлөштәрен асыҡлау, бизнеста ҙур уңыштарға өлгәшә алған ҡатындарҙы билдәләү маҡсатында конкурс йыл һайын үткәрелә. Бынан тыш, шәфҡәтлелек һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, әүҙем тормош позициялы ҡатындарҙы билдәләү һәм бүләкләү ҙә конкурс маҡсаты булып тора.
Сарала бөтә төр милек формаһындағы төрлө тармаҡ предприятиелары, шулай уҡ башҡарма һәм муниципаль власть органдары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнаша ала.
Конкурстың барлыҡ номинацияларында еңеүселәр «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» XV бөтә Рәсәй конкурсының аҙаҡҡы этабында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була.
Документтар 10 октябргә тиклем киләһе адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: