Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2011, 10:41
Таксистарға лицензиялар сентябрь уртаһынан бирелә башлаясаҡ
Башҡортостанда таксистарға лицензиялар киләһе аҙнанан бирелә башлаясаҡ. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский һүҙҙәре буйынса, заявка биреүселәрҙән документтар ҡабул итеү һәм лицензиялар юллау өсөн программа әҙер тиерлек.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, такси тураһындағы яңы закон сиктәрендә лицензиялар биреү менән урындағы башҡарма власть органдары шөғөлләнәсәк. Башҡортостанда бының менән республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты эш итәсәк. Төбәктә лицензия 800 һум торасаҡ, ҡулланыу срогы – 5 йыл. Рәсәйҙә был арҙан иҫәпләнә - документ хаҡы уртаса 1000-2600 һум тәшкил итә. Был процесҡа (документтар тапшырғандан алып лицензия биреүгә тиклем) күп тигәндә 20 көн кәрәк буласаҡ, тип планлаштырыла Дәүләт комитетында.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
пассажирҙар ташыу
лицензиялау
такси
Читайте нас: