Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
67.99
-0.65
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2011, 14:01
Башҡортостан аграрийҙары 5,5 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ
Республиканың аграр комплексына ярҙам күрһәтеү ниәтендә 2011 йылда ике бюджеттан 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтергә планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Дөйөм күләмгә «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы средстволары инде. Федераль бюджет аҡсалары – 2 миллиард һум, республика бюджеты средстволары 3,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
1 сентябргә республика аграрийҙары 3,8 миллиард һум аҡса алды ла инде, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 1,2 һәм республика бюджетынан – 2,6 миллиард һум.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
ауылға дәүләт ярҙамы күрһәтеү
Читайте нас: