08:27 (UTC+5), 05 Сентября 2011

Башҡортостанда таксистарҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
Пассажирҙарҙы еңел автомобилдәрҙә ташыуҙы көйләгән закондың көсөнә инеүе айҡанлы Башҡортостанда таксистарҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ. Еңел автомобилдәрҙә пассажирҙар ташыусыларҙы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты барлаясаҡ.
— Әүәлгә тиклем бындай исемлек булманы, шуға күрә республикала таксилар һанын билдәләү ауыр ғына, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына комитет рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский. – Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, 10-15 мең тирәһе рөхсәт ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Улар тик автомобилдәргә генә бирелә.
Реестр электрон рәүештә булдырыласаҡ. Үҙенең мәғлүмәттәре менән Дәүләт комитеты башҡа ведомстволар, мәҫәлән, ЮХХДИ менән дә бүлешмәксе.
— Реестр мәғлүмәттәренә рөхсәт алып, инспекторҙар автомобилдең пассажирҙар ташыуға рөхсәте булыу-булмауын еңел тикшерә ала, - тип асыҡланы Андрей Быковский. – Рөхсәттәре булмай тороп, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән таксистар штраф түләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика