12:19 (UTC+5), 01 Сентябрь 2011

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда авиация кластерын булдырыу өҫтөндә эш алып барыла»

Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Кесе йома, 1 сентябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды, унда ул предприятиеның етештереү эшмәкәрлеге менән танышты. Өфө агрегат производство берекмәһе авиация ҡорамалдары, төрлө сәнәғәт өлкәләре өсөн электр двигателдәре, нефть-химия продукттарын һурҙырыу насостары, халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар етештерә.
Рөстәм Хәмитов предприятиеның бер нисә цехын, шулай уҡ Технологик компетенция үҙәген ҡараны.
«Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Порошин һүҙҙәре буйынса, авиация сәнәғәте өсөн махсус продукция берекмәнең дөйөм һатыу күләменең яҡынса 75 процентын тәшкил итә. Халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар – 15 процент, нефть һурҙырыу өсөн ҡоролмалар 10 процент тәшкил итә. Илдең авиация-космос комплексында үҙ урынын һаҡлап ҡалыу һәм был тармаҡта үҙенең ҡатнашыу даирәһен киңәйтеү предприятие маҡсаттары булып тора.
Завод продукцияһы менән танышҡандан һуң Рөстәм Хәмитов «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашыу үткәрҙе. Кәңәшмәлә республика башлығы төбәктә авиация кластерын булдырыу өҫтөндә эш алып барылыуын әйтте. Визит маҡсаты тап ошо мәсьәләгә бәйле лә инде.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда ярайһы уҡ ҙур потенциалы булған авиация өлкәһендәге эре заводтарҙың булыуын билдәләне. Мәҫәлән, 25 миллиард һумлыҡ етештереү күләменә еткән «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Яҡшы темптар менән эшләгән һәм үҫеш перспективалары булған «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә бар республикала.
Шул уҡ ваҡытта «Гидравлика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек предприятиелар ярҙамға мохтаж.
— Уларҙың ниндәйерәк предприятие булыуын, перспективаларын һәм республика уларға нисегерәк ярҙам итә алыуын асыҡларға теләйбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Оборона-сәнәғәт комплексына ҡараған кисәге федераль дәүләт унитар предприятиелары ҙур территорияларға һәм етештереү майҙансыҡтарына эйә, әммә улар һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла. Уларҙың күпселеге иҫке ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тимәк, модернизациялауға мохтаж. Эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла ҙур түгел.
— Предприятиеның бындай кимәлдә эшләргә хаҡы юҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Был кисәге генә түгел, кисәнән алдағы көн.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, авиация өлкәһендәге предприятиелар ниндәйерәк баҙарҙар булыуын, үҙҙәре өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе яҡшы аңларға һәм киләсәге өсөн көрәшергә тейеш.
Өфө агрегат производство берекмәһе вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, республика башлығы былай тине:
— Беҙ һеҙҙең тотороҡло эшләүегеҙҙе, киләһе 10-15 йылға программалы булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Оҡшаш тармаҡтарға ҡараған предприятиелар үҙ-ара тығыҙ эш итергә тейеш, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Ошо осраҡта ғына кластер булдырыу мөмкин буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика