06:03 (UTC+5), 29 Август 2011

Рөстәм Хәмитов Иглин районы йәрминкәһе менән танышты

Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» республика акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Спорт һарайы майҙанында үткән Иглин һуғаны һәм балы тәҡдим ителгән быйылғы йылдағы беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды. Республика башлығы бал сифатын баһаланы һәм уның ҡайҙан йыйылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитовҡа Иглин районының тауар маркаһы иҫәпләнгән һуған да оҡшаны. Уның билдәләүенсә, республикаға ситтән килтерелгәне түгел, ә үҙебеҙҙең продукция кәрәк.
Президент һатыуға сығарылған һәр Иглин һуғанына «Иглин һуғаны» фирма стикерын йәбештерергә тәҡдим итте.
Республика башлығы йәрминкә хаҡтары менән дә ҡыҙыҡһынды. Уларҙың халыҡ өсөн ярайһы ҡулай булыуы асыҡланды. Бер килограмм һуған – 18-20 һумға, картуф – 20 һумға, кишер – 15-25 һумға, кәбеҫтә – 10 һумға, сөгөлдөр 15-20 һумға һатылды. Бал ҡыйбатыраҡ. Өс литрлы банкаға 1500-1800 һум бирергә тура килде.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай йәрминкәләр йышыраҡ үткәрелергә тейеш.
Иглин районы быйылғы йәрминкәләрҙе башлап ебәрҙе. Һуған һәм балдан тыш, райондың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡалаға ит, картуф, кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр ҙә алып килде. Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вил Хафизов һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда йәрминкәгә 10 тонна самаһы бал, 20 тоннанан ашыу һуған, 5-6 тонна йәшелсә һәм 5 тонна ит килтерелгән.
Йәрминкәлә шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булған 120 кеше һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының 30 вәкиле, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика