10:35 (UTC+5), 29 Август 2011

Башҡортостанда «Иң ҙур ҡыҫтыбый» әҙерләнәсәк

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый Өфөлә 3 сентябрҙә үтәсәк «Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй фестивалендә әҙерләнәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында хәбәр итте. «Аҡбуҙат» ресторан комплексы ашнаҡсылары ҡыҫтыбыйҙы Ленин майҙанында тамашасылар – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары контроле аҫтында әҙерләйәсәк. Ғәйәт ҙур милли ризыҡ «Рәсәй Рекордтар китабы»на инергә тейеш.
Байрам ҡунаҡтары алдында ашнаҡсылар сөсө ҡамырҙан 2 метр диаметрындағы йәймә йәйәсәк. Бының өсөн «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы оҫталары 2,5 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы уҡлау эшләгән.
Ҡыҫтыбый күмерҙә ҡыҙҙырылған табала бешереләсәк. Таба ҙурлығы ла иғтибарға лайыҡ — 6,25 кв.м., уны ҡыҙҙырыу өсөн 50 килограмдан ашыу күмер кәрәк буласаҡ. Эслеге – һөт һәм аҡ май ҡушылған картуф иҙмәһе. Шуныһы мөһим: ҡыҫтыбый әҙерләү өсөн Башҡортостанда етештерелгән продукттар ғына файҙаланыласаҡ.
Рекорд теркәлгәндән һуң байрамға килгән һәр кеше милли ризыҡтан ауыҙ итә аласаҡ. Әйткәндәй, ҡыҫтыбыйҙы тәмле һәм файҙалы һөт менән ашауың яҡшыраҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика