Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2011, 17:02
Башҡортостан баш ҡалаһында буш эш урындарының һаны арта
Өфөнөң хеҙмәт баҙарында буш эш урындары арта, ә эшһеҙҙәр һаны ҡалала аҙна һайын кәмей бара. Башҡортостан баш ҡалаһында әлегә 15500-гә яҡын буш эш урыны һәм рәсми рәүештә теркәлгән 9 меңдән ашыуыраҡ эшһеҙ иҫәпләнә.
Эшһеҙлек кимәле Өфөлә 1,63 процентҡа тиң. Көсөргәнешлек коэффициенты, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 0,63 тәшкил итә.
Үткән аҙнала Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәттәре менән өс меңгә яҡын кеше файҙаланған. Уларҙың 300 тирәһе эшкә урынлашыу мөмкинлеген алған. Эшһеҙ өфөлөләрҙең 70 тирәһе баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланған һөнәрҙәр буйынса уҡытырға ебәрелгән.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас: