12:34 (UTC+5), 26 Августа 2011

Стәрлетамаҡ районы малсылары 26 мең тоннанан ашыу һөт һауып алған

Ғәлиә Нәбиева
Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары бөгөн ураҡ буйынса ғына түгел, йыл башынан алып тулайым һауым буйынса ла алдынғы урында. 26 авгусҡа ҡарата районда һөт етештереү күләмдәре 26252 тоннаға еткән. Ағымдағы йыл башынан алып был республикалағы иң юғары күрһәткес, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы мигнистрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Саҡмағош малсылары 24937 тонна һөт һауған, былтырғы кимәлдән был 1813 тоннаға күберәк. Тәүге өсәү исемлегендә һуңғылары булып Дүртөйлө районы малсылары килә. Бында йыл башынан алып һауым 21 мең тоннанан артҡан.
Республиканың биш районында бер һыйырҙан һауылған һөт буйынса өс меңлек сик үтелгән. Миҫал өсөн, Тәтешле районында һәр һыйырҙан 3522 кг һөт һауылған. Етештереүсәнлек былтырғы йыл менән сағыштырғанда 285 килограмға артҡан. Саҡмағош районы ла лидерҙар иҫәбендә, унда һәр һыйырҙан - 3474 кг, Стәрлетамаҡ районында – 3259 кг, Өфө районында – 3161 кг, Дүртөйлө районында 3048-шәр кг һөт һауыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика