13:10 (UTC+5), 25 Августа 2011

Өфөнөң вакансиялар йәрминкәһендә ашнаҡсылар һәм кондитерҙар иң кәрәклеһе тип табылды

Галина Бахшиева
Өфөлә күмәртә һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесы предприятиелары өсөн үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә ашнаҡсылар һәм кондитерҙар иң кәрәклеһе тип табылды. Сарала йәрминкәгә килеүселәргә 500-гә яҡын эш урыны тәҡдим иткән 30-лап эш биреүсе ҡатнашҡан.
— Беҙҙең йәрминкәлә бөгөн 500-ләп кеше ҡатнашты. Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙән һуң уларҙың йөҙгә яҡыны эшкә саҡырыу алды. Йәнә 300-ҙән ашыу кандидатты эш биреүселәр беҙҙең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды. Иң кәрәкле һөнәр тип бөгөн ашнаҡсылар һәм кондитерҙар табылды. Дөйөм туҡланыу өлкәһендә баш ҡала предприятиелары тарафынан эш эҙләүселәргә тәҡдим ителгән эш хаҡы кимәле ете меңдән 13 мең һумға тиклем тәшкил итте. Сауҙала – һигеҙ меңдән 12 мең һумға тиклем, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш биреүселәр менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш инспекторы Ольга Перминова.
Киләһе вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә кесе йома, 1 сентябрҙә үткәреләсәк, үҙҙәренең вакансияларын сәнәғәт предприятиелары тәҡдим итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика