09:05 (UTC+5), 25 Август 2011

Башҡортостанда ИКЕА асылды

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков, Андрей Старостин
Бөгөн, 25 августа, Өфөлә ИКЕА магазины асылды. Ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг сығыш яһаны.
— Беҙ ИКЕА компанияһы менән берлектәге эшебеҙҙең оло этабын тамамлайбыҙ. Был эш һөҙөмтәһендә ошо күркәм сауҙа үҙәге асылды, — тине тантанала Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты Рәстәм Хәмитов йыйылғандарҙың барыһын да Өфөлә ИКЕА сауҙа үҙәге асылыуы менән ҡотланы һәм был ваҡиға артында уртаҡ тырышлыҡ менән хәл ителгән етди ауырлыҡтар тороуын билдәләне.
— ИКЕА компанияһы коллективына, был компанияның етәкселәренә иң ауыр мәлдәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәгәндәре һәм эшләүҙәрен дауам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде еткерергә теләйем. Һөҙөмтәлә ошондай ҙур, матур сауҙа үҙәгенә эйә булдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов үҙенең дә ИКЕА хеҙмәттәренән файҙаланғаны тураһында һөйләне. Ун йылдан ашыу элек уны Мәскәүгә эшкә күсергәндәр. Һәм фатирға ремонт үткәргәндән һуң мебель һатып алыу мәсьәләһе тыуған.
— Миңә Мәскәүҙә яңыраҡ ҡына асылған ИКЕА магазинына барырға кәңәш иттеләр, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Шулай эшләнем дә. Бик матур компьютер өҫтәле, диван, ултырғыстар, шкаф һатып алдым.
— Был мебель миңә әле лә хеҙмәт итә, — тине Башҡортостан Президенты. — Һәм мин тәүге тапҡыр мебелде күпләп ИКЕА магазинында һатып алыуыма шатмын.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, уның тарихы башҡаларҙан айырылмай. Илдәге бик күп кешеләр ИКЕА-ны гарантиялы сифат, юғары булмаған хаҡтар һәм матур хеҙмәтләндереү тип белә.
Башҡортостан Президенты, был ИКЕА компанияһының республикала асылған һуңғы магазины түгелдер, тигән ышанысын белдерҙе. Сөнки Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Рөстәм Хәмитов, яҡшы инвестицион климат бихисап компанияларҙың иғтибарын йәлеп итәсәк, тигән фекерҙә.
Яңы сауҙа комплексының асылыуы республика предприятиеларын да сифатлыраҡ продукция етештереүгә этәрергә тейеш. Шул саҡта улар ҙа эре селтәр компанияларының поставкалаусылары була ала.
— Барыһы ла етештереүселәребеҙҙән, уларҙың нисек эшләүенән, ИКЕА, «Леруа Мерлен», «Ашан» кеүек эре корпорациялар менән бәйләнеш булдырырға ынтылыуҙарынан тора, — ти Рөстәм Зәки улы. — Миңә билдәле булыуынса, был компанияларҙың менеджменты урындағы етештереүселәрҙе һәм тауар менән тьәмин итеүсе фирмаларҙы йәлеп итеү яҡлы. Ә беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан, был процесты алға этәрербеҙ — ошо сауҙа селтәрҙәрен үҙҙәренең тауарҙары менән тәьмин итәсәк производстволар, предприятиеларҙың аяҡҡа баҫыуына ярҙам итәсәкбеҙ.
ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг, яңы сауҙа комплексы тәҡдим иткән бизнес-идеялар һәм йортто йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр Өфө халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тигән ышанысын белдерҙе. Ул Башҡортостан Президентына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.
— Беҙ социаль яуаплы компания һәм оҙайлы ваҡытҡа килгән инвестор, — тип ышандырҙы Пер Вендшлаг. — Һәм матур мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Компания етәкселеге исеменән ул Башҡортостан Президентына иҫтәлекле бүләк — мебель йыйыу инструментына оҡшатып яһалған сувенир тапшырҙы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика