05:54 (UTC+5), 25 Августа 2011

Ҡариҙел районында бизнесты микрофинанслау офисы асылды

Любовь Колоколова
Көн элгәре Ҡариҙел ауылында мөһим ваҡиға булды: бында «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының офисы асылды.
Офисты асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡатнашты, ул Ҡариҙел районы эшҡыуарҙарын был мөһим ваҡиға менән ҡотланы.
— Эшҡыуарҙарға административ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеү, уларға үҫешеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең төп маҡсат. «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге»нең офисы асылғас, бәләкәй бизнес субъекттарына микрокредиттар алыу еңелләшәсәк, сөнки Өфөгә барырға кәрәкмәйәсәк. Был үҙ сиратында Ҡариҙел районында ғына түгел, ә ғөмүмән республиканың төньяҡ-көнсығыш территорияһында бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, - тине Руслан Кинйәкәев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, офис ағымдағы йылдың август айында Ҡариҙел районы хакимиәте менән БР микрофинанслау үҙәге араһында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау өлкәһендә төҙөлгән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында ике яҡлы килешеү нигеҙендә асылды.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин районда эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең ярайһы уҡ юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Бөгөнгө көндә муниципаль берәмектә 638 бәләкәй предприятие бар.
— Яңы офиста бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына бушлай консультациялар ойоштороласаҡ, шулай уҡ бында йылына 11 процент ставкалы, бер миллион һумлыҡ кредит юлларға, килешеүҙәр төҙөргә ярҙам итәсәктәр. Офис хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға даими ярҙам итеп торасаҡ, - тине «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Илһам Закиров. – Киләсәктә эшҡыуарҙарға бизнес-пландар, финанс отчеттар төҙөү һәм башҡа документтар әҙерләү буйынса ярҙам итергә уйлайбыҙ.
Ҡариҙел ауылындағы офис республиканың төньяҡ-көнсығыш эшҡыуарҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Был Ҡариҙел, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Нуриман, Асҡын, Балаҡатай һәм Ҡыйғы муниципаль райондары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика