Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Август 2011, 17:16
Башҡортостанда игендән тулайым йыйым 1,6 миллион тоннанан ашты
24 августа республика игенселәре ураҡ кампанияһының йәнә бер сиген үтте. Иген культуралары майҙандарҙың яртыһында сабылған. Был 820 мең гектар. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 776 мең га ашлыҡ һуғылған. Планға ҡарата был 47%. Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ураҡ кампанияһы һуңғы стадияһына яҡынлашты.
Игендән тулайым йыйым быйыл 1,6 миллион тоннанан артып китте. Уртаса уңыш — гектарынан 20,9 центнер. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош районы эшсәндәре һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу уңыш ала. Бураға иң күп ашлыҡ һалыусылар — Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары — 113,1 мең тонна.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
ураҡ
Читайте нас: