11:43 (UTC+5), 23 Августа 2011

Йәшелсәселәр мул уңыш көтә

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда мул йәшелсә уңышы көтөлә. Һауа шарттары быйыл уңай килде. Республиканың бер нисә хужалығында урыны менән иртә өлгөрөүсе картуф ҡаҙыуға төштөләр. Уның уртаса уңдырышлылығы гектарынан 150-170 центнерҙы тәшкил итә. Быйыл һуған да уңышы менән ҡыуандыра. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, һәр гектарҙан ауыл эшсәндәре 135-шәр центнер йыйған. Бөгөнгө көндә йәшелсә культуралары йәмғеһе – 220 гектарҙа, картуф 13 гектарҙа йыйып алынған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың йәшелсә плантациялары 15 мең гектарҙан аша. Һәм уларҙың ҙур өлөшө халыҡтың шәхси хужалыҡтарына тура килә – 13423 гектар. Ауыл хужалығы предприятиелары витаминлы продукцияға – 921 гектар, ә фермерҙар 843 гектар ерен бүлгән.
Белгестәр күҙаллауынса, республикала үҫтерелгән йәшелсә уңышы киләһе миҙгелгә тиклем етәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика