06:25 (UTC+5), 23 Августа 2011

Нефтекама халҡы һалым грамотаһына өйрәнәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Һалым түләүселәр өсөн традицион семинарҙар Башҡортостанда 24 - 26 августа үтәсәк. Был юлы граждандарҙы Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларын, шулай уҡ Ҡалтасы һәм Краснокама райондарын хеҙмәтләндереүсе 29-сы район-ара инспекция белгестәре ҡабул итә.
Һалымсылар граждандарға һәм эшҡыуарҙарға иҫәп-хисап бланкыларын файҙаланыу тәртибе, һалым, йыйымдар, пени һәм штраф түләү сроктарының үҙгәреүе, шулай уҡ түләүҙе кисектереү, бурыс түләү ваҡытын оҙайтыу һәм инвестицион һалым шарттары тураһында һөйләйәсәк.
Хаталарҙы төҙәтеп, аныҡланған декларация тапшырғанда кире эҙемтәләрҙе булдырмаҫ өсөн, эшҡыуарҙарға бухгалтерлыҡ һәм һалым иҫәп-хисабындағы мәғлүмәттәрҙе яраштырыу буйынса консультация алыу ҙа артыҡ булмаясаҡ. Халыҡ иһә дауаланыуға, уҡыуға һәм башҡаға сарыф ителгән суммаға һалымды кире ҡайтарыу тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ. Бынан тыш, һалымсылар теләге булғандарҙы хеҙмәттең интернет-сервистары менән файҙаланырға – атап әйткәндә, элемтәнең телекоммуникацион каналдары буйынса иҫәп-хисап бирергә өйрәтәсәк.
24 һәм 26 августа һалым түләүселәр менән осрашыу – Нефтекамалағы һалым инспекцияһы бинаһында, ә 25 августа Ҡалтасы ауылы хакимиәте бинаһында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика