18:19 (UTC+5), 22 Августа 2011

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 755 мең гектар майҙанда сабылған

БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 22 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 755 мең гектар майҙанда (46%) сабып алынған. Йәмғеһе 704 мең гектарҙа иген һуғып алынған, был планға ҡарата 43 процентты тәшкил итә.
Республика аграрийҙары миллион ярым тонна иген алыуға яҡынлашҡан – 1472 мең тонна. Баҡалы, Благовар, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Саҡмағош, Шаран райондарында 50 проценттан ашыу майҙанда ашлыҡ һуғып алынған.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Архангел, Ауырғазы, Ейәнсура, Илеш, Күгәрсен, Шишмә райондары игенселәре лә был сиккә яҡынлаша. Республика буйынса уртаса уңдырышлыҡ гектарынан 20,9 центнерҙы тәшкил итә. Иң юғары уңыш – Саҡмағош (гектарынан 30,5 центнер), Мәләүез һәм Өфө райондарында (гектарынан 30-ышар центнер).
Өфө районы хеҙмәтсәндәре бер көндә - 5,3 процент, Краснокама һәм Хәйбулла аграрийҙары – 4,2-шәр процент, Баҡалы районы игенселәре 4,1 процент сәсеүлек майҙандарындағы игенен һуғып ала.
Белорет, Бөрйән, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан тыш, бөтә райондарҙа ла ужым сәсеү алып барыла. Бөгөнгө көндә ужым культуралары 172 мең гектар майҙанда (26%) сәселгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика