05:05 (UTC+5), 22 Август 2011

Рөстәм Хәмитов: Игенде арзан хаҡҡа һатырға ярамай

"Башинформ" | фото: Владимир Карабанов
Рөстәм Хәмитов Федоровка районы буйлап эш сәфәре дауамында «Азат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарындағы ураҡ эштәре барышы менән танышты.
2007 йылда ойошторолған ауыл хужалығы предприятиеһы иген һәм техник культуралар үҫтереү менән шөғөлләнә. Предприятие эшкәрткән ер майҙаны 6,3 мең гектарҙы тәшкил итә. Үҫтерелгән культуралар араһында арыш, бойҙай, арпа, көнбағыш һәм бер йыллыҡ үләндәр бар. Бөгөнгө көнгә ҡарата 800 гектарҙан ашыу майҙанда иген урып һуғылған. Дөйөм алғанда йыйып алынған иген 1790 тоннаны тәшкил итә. Уртаса уңдырышлыҡ гектарынан 22 центнерҙан аша (былтыр 8,9 центнер ине). Хужалыҡ ужым культураларын сәсеүҙе башлаған. Страховка культураларын йәмғеһе 1500 гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла, бөгөнгө көнгә был эштең яртыһы үтәлгән.
Предприятие 670 тонна бесән, 4100 тонна сенаж әҙерләгән. Мал аҙығы әҙерләү һәм иген культураларын урып йыйыу буйынса эштәр әле дауам итә.
Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов хужалыҡта иген һаҡлау мәсьәләһенең нисек хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиеның иген һатыу менән ҡыйынлыҡ кисереүе асыҡланды. Һатыу хаҡтарының түбән булыуы аграрийҙар файҙаһына түгел, шуға күрә игенгә хаҡ күтәрелгәнгә тиклем уны үҙеңдә һаҡлау отошлораҡ.
"Игенде арзан хаҡҡа һатырға ярамай, - тине Рөстәм Хәмитов. – Үҙебеҙҙең һаҡлыҡ фондын булдырыу хаҡында уйларбыҙ, элеваторҙарҙа игенде бушлай һаҡлау хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Беҙ хужалыҡтарға аҡса алыпһатарҙар кеҫәһенә кереп ятһын өсөн ярҙам итмәнек".
Башҡортостан Президенты йәнә 15 сентябргә тиклем ураҡ кампанияһын тамамлау бурысын ҡуйҙы. Бөгөнгө көнгә республика райондарында иген культураларының 35 проценты урып алынған.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика