06:52 (UTC+5), 18 Августа 2011

Өфөнөң Киров районында Хоҡуҡи ярҙам көндәре үтәсәк

Любовь Колоколова
25-26 августа БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ҡарамағындағы мәғлүмәт-консультация бюроһында Өфөнөң Киров районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса Хоҡуҡи ярҙам көндәре үтәсәк.
Сара сиктәрендә конференция һәм семинарҙар ойоштороласаҡ, унда дәүләт һәм муниципаль властары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Улар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең төп йүнәлештәре һәм төрҙәре хаҡында һөйләйәсәк.
Бынан тыш «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына Өфө бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау ҡала фонды тарафынан кредит биреү», «Бәләкәй бизнесҡа ярҙамға программа тәьминәте» кеүек һәм башҡа темаларға консультациялар үткәреләсәк. Өфөнөң Киров районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хоҡуҡи ярҙам көндәрендә ҡатнашыу бушлай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика