04:59 (UTC+5), 18 Август 2011

Башҡортостан йыл һайын Бангладешҡа 300 мең тонна иген ебәрә ала

Рәсүл Хәмиҙуллин
17 августа Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан менән Көньяҡ Азия иле араһында эшлекле бәйләнеште үҫтереү буйынса уртаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
— Беҙ республика менән ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек булдырырға уйлайбыҙ, - тине илсе. – Тәү сиратта беҙҙе ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәләре ҡыҙыҡһындыры. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, Бангладеш студенттары республика техник вуздарында уҡый алһын өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа бар. Ауыл хужалығына килгәндә, беҙ Башҡортостандың Бангладешҡа оҙайлы ваҡыт дауамында иген ебәреүен планлаштырабыҙ.
Илсе һүҙҙәренә ҡарағанда, йылына 300 мең тонна иген хаҡында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта Бангладеш Башҡортостанға күндән изделиелар, сәй, диңгеҙ продукттары һәм башҡа тауарҙар ебәрә ала.
Шулай уҡ Сайфул Хоҡ ике республика араһындағы хеҙмәттәшлектең башҡа өлкәләрҙә лә була алыуын билдәләне.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика