Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.72
-0.12
92.41
-0.6
69.28
-0.26
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Август 2011, 15:10
Өс йылда йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә республикала 6,8 млрд һум йүнәлтеләсәк
Һуңғы өс йылда капиталь ремонтҡа Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды, республика бюджеты, муниципаль берәмектәр һәм милекселәр средстволары иҫәбенән 6,8 млрд һум йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығында.
2011 йылда Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарын йәлеп иткән капиталь ремонт программаһында Өфө, Октябрьский, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Дүртөйлө һәм Благовещенск кеүек ете ҡала ҡатнаша. Дөйөм майҙаны 410 мең кв. метрлыҡ 75 йортҡа капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. 17 084 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.
Был программаны тормошҡа ашырыуға 398,9 млн һум йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән: Фонд средстволары – 275,5 млн һум, республика ҡаҙнаһынан – 50,3 млн һум, муниципаль берәмектәрҙән – 50,3 млн рублей, торлаҡ хужалары средстволары – 22,8 млн һум.
Аҡсаны файҙаланыуға һәм эштәр барышына контроллек итеү маҡсатында аҙна һайын мониторинг һәм күсмә тикшереүҙәр алып барыла.
Әлеге ваҡытта 2011 йылға капиталь ремонт программаһына индерелгән 75 йорттоң барыһында ла ремонт эштәре раҫланған графиктарға ярашлы алып барыла.
Өфөлә 11 күп фатирлы йортта капиталь ремонт бара. Был программа сиктәрендә 71 лифтты яңыртыу планлаштырыла. Әлеге мәлдә 25 лифтты алмаштырыу буйынса эштәр башланған да инде.
Йәнә кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән норматив хеҙмәт ваҡытын тултырған лифттарҙы алмаштырыу һәм модернизациялау буйынса адреслы программа ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был программа сиктәрендә ағымдағы йылда 10 млн һум бүлеү ҡаралған. 2015 йылға тиклем йәмғеһе 1458 лифтты алмаштырыу күҙаллана.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Читайте нас: