11:39 (UTC+5), 16 Августа 2011

«Базы» ауыл хужалығы кооперативында бойҙай уңышы гектарынан 40 центнерҙан аша

Ғәлиә Нәбиева
Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында игендең уртаса уңышы гектарынан 40 центнерҙан аша. Игенселәр ужым культуралары һәм борсаҡты һуғып алған да инде. Әле комбайнерҙар арпа һуғыуға төшкән. Йығылған иген ураҡ эштәренә ҡамасаулай — тулышҡан башаҡтар бойҙай ауырлығынан ергә эйелгән. Быйыл арпа уңышы рекорд ҡуя: һәр гектарҙан игенселәр 48-50-шәр центнер иген ала.
Сиратта ужым бойҙайы, «Омская-35» өлгөргән. Һайланма майҙансыҡтарҙа үткәрелгән тәүге ураҡ һөҙөмтәләре ҡыуандыра – бер урауҙа игенселәр 40 центнер самаһы сифатлы ашлыҡ алған.
«Башинформ» агентлығына «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Вадим Соколовтың һөйләүенсә, хужалыҡтың иген баҫыуҙары яҡынса 17 мең гектарҙы тәшкил итә. Бөгөнгө көндә 25% майҙанда ашлыҡ урып һуғылған. Хужалыҡ ураҡты үҙ көстәре менән алып бара, «Нива» маркаһындағы 42 комбайн эшкә ҡушылған. Комбайнерҙар көн оҙоно баҫыуҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика