11:29 (UTC+5), 16 Августа 2011

Башҡортостанда һалым инспекциялары киске һигеҙгә тиклем эшләй

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың һалым инспекциялары халыҡты 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Бындай режимда һалым инспекциялары хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына ике тапҡыр – һәр шишәмбе һәм кесе йома эшләй. Бынан тыш, айына ике тапҡыр булһа ла, шәмбе лә эш көнө тип һанала башланы: айҙың беренсе һәм өсөнсө шәмбеһе, икенсе һәм дүртенсе шәмбеһе - быныһы инде инспекцияларҙың үҙҙәренең ҡарамағында. Был көндө халыҡ 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
— Бындай саралар күпселек эш кешеһенең уңайлығы өсөн үткәрелә, уларҙың эш ваҡыты һалым органының эш графигы менән тап килә, - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. – Хеҙмәтләндереү тәнәфесһеҙ ойошторола.
Илдең барлыҡ һалым инспекциялары ла яңы графикка августан башлап күскән. Бындай режимда улар һәр ваҡыт эшләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика