12:07 (UTC+5), 16 Августа 2011

Башҡортостан предприятиелары «МАКС-2011» X халыҡ-ара авиация-космос салонында ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
16-21 августа Мәскәү эргәһендәге Жуковский ҡалаһында М.М.Громов исемендәге осоу-һынау институты аэродромында «МАКС-2011» X халыҡ-ара авиация-космос салоны үтәсәк.
Ойоштороусылар авиасалон өсөн рекордлы булған 600 мең кешене көтә. Салонға килеүселәр Рәсәй конструкторҙарының өр-яңы эшләнмәләре менән таныша аласаҡ.
«МАКС-2011» авиасалонында 800-ҙән ашыу Рәсәй һәм сит ил етештереү комапаниһының ҡатнашыуы көтөлә, улар 241 һауа судноһын тәҡдим итәсәк.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, «МАКС-2011» күргәҙмәһендә ил авиацияһы һәм оборона сәнәғәте комплексы өсөн продукция етештереүсе Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнашасаҡ. Улар араһында - «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Кумертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар.
Авиасалон эшендә предприятиеларҙың рәсми делегациялары ҡатнашасаҡ. Авиакосмос сәнәғәтенең яңы эшләнмәләре менән танышыуҙан тыш, улар партнерҙар менән төрлө осрашыу һәм һөйләшеүҙәрҙә, шулай уҡ фәнни конференция һәм симпозиумдарҙа ҡатнашасаҡ.
«МАКС-2011» донъя кимәлендәге мөһим сараға әүереләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала белгестәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика