Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.17
-0.1
90.73
-0.57
62.51
+0.52
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2011, 16:41

Ҡулланыу хаҡтары индексы июлдә 100,3% тәшкил иткән

Июлдә республикала ҡулланыу хаҡтары артыҡ үҙгәрмәне. Бер айҙа индекс 0,3 процентҡа артты. Башҡортостанстат шундай мәғлүмәт бирә.
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,4 процентҡа төшкән. Хаҡтар кәмеүенә баҙарҙың яңы йәшелсә-емештәр уңышы менән тулыланыуы булышлыҡ иткән.
Яңы уҡыу йылы алдынан аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар индексы артып, алдағы айға ҡарата 100,4% тәшкил иткән.
Статистиктар мәғлүмәте буйынса, дөйөм алғанда йыл башынан алып Башҡортостанда тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары индексы 105,1% тәшкил иткән.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас