Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2011, 17:00
Башҡортостанда йәнә бер урман янғыны асыҡланған
Башҡортостанда бөгөн йәнә бер урман янғыны асыҡланған. Яңауыл районы Николо-Березовка участка урман хужалығының 99-сы кварталында урман яныуы хаҡында мәғлүмәт диспетчер пультына бер нисә минут элек килде. БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда янғын-химия станцияһы бригадаһы, шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелгән. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре һәм янғын ялмап алған урман территорияһы әлегә асыҡлана.
Йылайыр һәм Ейәнсура районындағы ике янғынға килгәндә, улар хаҡында яңы мәғлүмәт әлегә юҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Йылайыр урман хужалығында 33 гектар майҙанда урман һәм уға ҡараған территория яна. Был йыл башынан алып беҙҙең республикала әлегә иң ҙур янғын.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
урман янғындары
Читайте нас: