19:00 (UTC+5), 15 Августа 2011

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда 2011 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға конкурс старт ала. Тейешле бойороҡҡа бөгөн, 15 августа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡул ҡуйҙы.
Проекттарҙы баһалаясаҡ комиссияны БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин етәкләйәсәк. Еңеүселәр киләһе дүрт номинацияла билдәләнәсәк: «Матбуғат баҫмалары», «Тармаҡ матбуғат баҫмалары», «Телевизион программалар һәм сюжеттар», «Интернет-публикациялар». Һәр береһендә - өс призлы урын һәм 70 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡарала. Премия фондының 50 проценты йәнә мәғлүмәт биреүгә, аныҡлау эшенә файҙаланылырға тейеш.
Конкурсҡа йомғаҡ 25 ғинуарҙа яһаласаҡ, ә еңеүселәргә бүләктәр – Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар – беренсе квартал дауамында тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика