11:04 (UTC+5), 15 Августа 2011

Баш ҡалала икенсел торлаҡ 0,2 процентҡа ҡыйбатланды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 0,2 процентҡа ҡыйбатланды һәм квадрат метрына 46,81 мең һум тәшкил итте.
Өс бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 0,1 процентҡа артты. Торлаҡтың башҡа сегменттары иһә 0,2 процентҡа ҡыйбатланды.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ҡалалағы иң арзан фатир 1250 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Гвардия урамында урынлашҡан, майҙаны - 37 кв. метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Дөйөм майҙаны 202,4 кв. метрлыҡ был биш бүлмәле фатир Достоевский урамындағы йортта урынлашҡан.
Иң арзан бүлмәне Борисоглебский урамынан 580 мең һумға һатып алырға мөмкин. Уның майҙаны 37 кв. метр тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә хаҡы (26,2 кв. метр) — 1330 мең һум. Ул Пархоменко урамында урынлашҡан.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 48 миллион һумға тәҡдим ителә. Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы районында урынлашҡан был йорттоң майҙаны 590 квадрат метр тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика