19:09 (UTC+5), 11 Августа 2011

Башҡортостанда алдағы йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 процентҡа артасаҡ

Фаразлауҙар буйынса, Башҡортостанда алдағы йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 процентҡа артырға тейеш. Дөйөм алғанда был 20894 һум. Республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 2010 йылдағыға ҡарағанда 1,65 тапҡырға артып, 2014 йылда 26950 һум тәшкил итергә тейеш.
Эш хаҡы фонды 2014 йылда республикала 396 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. 2010 йылда был күрһәткес 238 миллиард һумдан ашыу ине. Быйыл эш хаҡы фондының 269,5 миллиард һум тәшкил итеүе көтөлә. Бюджетты проектлау, Башҡортостанда һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм ҡулланыу буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияларының берлектәге кәңәшмәһендә БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әлеге мәғлүмәттәр менән бүлеште.
— Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты баһаһы буйынса, алдан фаразланған эш хаҡы параметрҙары дөрөҫ булыр, тип уйлайбыҙ. Уларға ярашлы, тулайым төбәк продуктында эш хаҡы фондының өлөшө (быйыл ул 30 процентҡа тиклем түбәнәйгән) 2014 йылға 33,3 процент тәшкил итәсәк, - тине Ленара Иванова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика