11:03 (UTC+5), 11 Августа 2011

Азамат Илембәтов: «Башҡортостанда төҙөлөш индустрияһының ҙур перспективалары бар»

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
11 августа, Төҙөүселәр көнө профессиональ байрамы алдынан, Башҡортостан Хөкүмәтендә был тармаҡтың иң яҡшы эшселәре билдәләнде. Бүләкләү тантанаһында премьер-министр Азамат Илембәтов, вице-премьер Сергей Афонин, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов ҡатнашты.
Премьер-министр һүҙҙәренә ҡарағанда, Төҙөүселәр көнө был һөнәр кешеләренә ҡарата оло ихтирам тойғоһон сағылдыра.
— Граждандар төҙөлгән йорттар һәм республика үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтле, - тине Азамат Илембәтов, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. – Башҡортостандың төҙөлөш комплексына ҙур роль бүленә. Халыҡ именлегенә йүнәлтелгән етди бурыстар тора. Хөкүмәт, министрлыҡтар, төҙөүселәр, архитекторҙар, проектлаусылар – беҙ барыбыҙ ҙа ауыр, ләкин хәл итә алырлыҡ бурыстарҙы үтәү өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Төҙөүсе һөнәре үҙенә башҡа характер талап итә. Улар ныҡлы рухлы һәм көслө, һәр ваҡыт төплө һәм ныҡышмал кешеләр. Бөгөн был залда һөнәрҙең нәҡ шундай вәкилдәре йыйылған да инде. Был юғары наградаларҙы мин ҙур ҡәнәғәтлек менән һеҙгә тапшырам.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән төбәктәге төрлө төҙөлөш предприятиеларының бер нисә тиҫтә эшсеһе бүләкләнде. Шулай уҡ бөгөн Республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм архитекторы исемдәре лә бирелде. Бынан тыш, Башҡортостан Президенты Указы менән БР буйынса Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы Илдар Замалетдинов «БР хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған эшсеһе» исеменә лайыҡ булды.
Сара аҙағында Азамат Илембәтов республикала төҙөлөш индустрияһының ҙур перспективалары булыуын әйтте.
— Ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тармаҡ яйлап ҡына көрсөктән сыға бара, - тине ул. – Киләсәктә темптарҙың тик артыуына ғына ышанам. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләйәсәкбеҙ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика