19:36 (UTC+5), 08 Августа 2011

Башҡортостан Президенты Калуга ҡалаһы янында аҙ ҡатлы йорттар төҙөү тәжрибәһе менән танышты

Калуга ҡалаһы янында Рөстәм Хәмитов Воскресенск ауылында күпләп аҙ ҡатлы йорттар төҙөү проекты менән танышты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты Калуга өлкәһе Хөкүмәте һәм Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы ярҙамында «Воскресенск инвестицион компанияһы» менән тормошҡа ашырыла.
«Воскресенск» проекты Калуга эргәһендә, «Грабцево» технопаркы янында ғәмәлгә ашырыла. Проект сиктәрендә 180 гектарлыҡ территорияла 1,5 мең шәхси торлаҡ һәм аҙ ҡатлы күп фатирлы йорт (дөйөм майҙаны – 130 меңдән ашыу квадрат метр) һәм 630 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбен, 300 урынлыҡ өс мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһын үҙ эсенә алған административ-сауҙа һәм социаль тәғәйенләнешле объекттар төҙөлә.
«Воскресенск» торлаҡ комплексы проекты 6-12 сутый майҙанлы участкаларҙа 60-135 квадрат метр майҙанлы шәхси торлаҡ йорттар һәм 28-67 квадрат метр майҙанлы бер, ике, өс бүлмәле фатирҙарҙан торған йорттар төҙөлөүен күҙ уңында тота.
Бөгөнгө көнгә «Воскресенск» проекты сиктәрендә 200 йорт төҙөлгән дә инде, инженер селтәрҙәре лә үткәрелгән. Тәүге сират 2011 йылдың июнь айында файҙаланыуға индерелә башлаған.
2011 йылдың июнь айында Воскресенское ауылы майҙансыҡтарында аҙ ҡатлы торлаҡ йорттарҙың икенсе сиратын төҙөү башланған. Йорттар менән бер рәттән социаль инфраструктура объекттары ла, шул иҫәптән урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм балалар баҡсалары төҙөлә.
Рөстәм Хәмитов бындай йорттарҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, шәхси йорттарҙа бер квадрат метр хаҡы 30-37 мең һум тәшкил итә. Шулай итеп, коттедж хаҡы, майҙанына ҡарап, 1,8-2,2 миллион һум тәшкил итә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика