Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Август 2011, 11:49

Башҡортостанда ҡарабойҙайға хаҡтар төшөүе көтөлә

— Быйыл республика хужалыҡтарында 14 мең тонна ҡарабойҙай йыйып алыу планлаштырыла. Әгәр ҙә барыһын да эшкәртеүгә йүнәлткәндә, ҡарабойҙай ярмаһының өс йыллыҡ запасы килеп сығасаҡ, - тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов.
Был барлыҡ ҡарабойҙайҙың да республикала ҡалыуын аңлатмай, сөнки ауыл хужалығы предприятиеларының уны республиканан ситтә һатырға хоҡуҡтары бар, тип асыҡланы чиновник.
— Бөгөн популяр культура уңышының мул булыуын фаразлау ҡарабойҙайға хаҡты баҙар көйләйәсәгенә ышанырға мөмкинлек бирә. Тәжрибә киләһене күрһәтә: продукттың тейешле күләмдә булыуы һәм тауар етештереүселәр араһында сәләмәт конкуренция күҙәтелеүе хаҡтар төшөүенә килтерә. Ҡарабойҙай менән дә шул уҡ хәл булырға тейеш, - тип белдерҙе Ауыл хужалығы вәкиле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр көҙ һәм әлеге йыл башында ҡоролоҡ арҡылы дефицит булып киткән ҡарабойҙай ярмаһына ҙур һорау булыу сәбәпле уға хаҡтар килоһына йөҙ һумға тиклем күтәрелгәйне. Үткән йылдарҙа ул 20 һумдан да артмай ине.
Шул уҡ сәбәптәр арҡылы хаҡы буйынса диңгеҙ аръяғы апельсиндарына тиң булып киткән картуф уңышының да яҡшы булыуы көтөлә, тип әйтте Валерий Белов. Әле булһа үҙебеҙҙең яңы картуфҡа хаҡтар яҙ көнө ситтән килтерелгәндекенә ҡарағанда түбәнерәк.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: