06:34 (UTC+5), 04 Август 2011

Башҡортостан «Мәскәү – Екатеринбург» юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөндә ҡатнашырға уйлай

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан етәкселеге «Мәскәү – Екатеринбург» (ВСМ-2) юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара. Был хаҡта 3 августа үткән брифингта БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин журналистарға хәбәр итте.
— Был мәсьәләлә шулай уҡ Свердлов өлкәһе һәм Татарстан да әүҙем ҡатнаша, - тине вице-премьер. – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Владимир Якунин менән ВСМ-2 темаһын тикшерҙе һәм уның тарафынан хуплау тапты. Беҙ магистралдең Өфө аша үтеүен теләйбеҙ.
Республика проектта транзит нөктәһе генә булып ҡалмаһын өсөн Башҡортостан етәкселеге әүҙем эш алып барасаҡ, тип белдерҙе Сергей Афонин.
ВСМ-2 байтаҡ ҡалаларҙы үҙ эсенә аласаҡ. Улар иҫәбендә: Өфө, Ҡаҙан, Пермь, Владимир, Түбәнге Новгород, Һамар.
ВСМ-2 магистралендә поезд тиҙлегенең сәғәтенә 400 километрға тиклем булыуы планлаштырыла. Магистраль пассажирҙар ташыу процессына һәм мәсьәләнең иҡтисади өлөшөнә ыңғай үҙгәрештәр индерә аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика