11:29 (UTC+5), 03 Августа 2011

Өфөлә тәүге көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙә старт ала

Любовь Колоколова
— Өфөлә йолаға әүерелгән көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙә башланасаҡ. Ә унан алда 10 сентябрҙә Һөт фестивале һәм бал йәрминкәһе үтәсәк. Продукттар менән һатыу итеү ҡала халҡы өйрәнгән урындарҙа ойоштороласаҡ, әлегә майҙансыҡтар исемлегенә асыҡлыҡ индерелә, - тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланыуына бағышланған «Башинформ» агентлығында үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында.
Уның фекеренсә, ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреү – урындағы етештереүселәрҙең продукттарын һатыуҙың бер яҡшы формаһы. Ә халыҡҡа был сара ҡулайлы хаҡтар менән продукттар һатып алыу мөмкинлеген бирә.
— Алдағы йылдарҙағы кеүек үк йәрминкәләр яңы йыл байрамдарына тиклем дауам итәсәк. Ләкин барыһы ла һауа торошона бәйле, - тип асыҡлыҡ индерҙе Марат Ғәлуллин. – Быйыл беҙ айырыуса иғтибарҙы һатыу итеү шарттарына йүнәлтәсәкбеҙ. Продукттарҙың ерҙә ятыуы дөрөҫ түгел. Шуға күрә беҙ ауылдарҙан килгән һатыусылар үҙҙәренең продукттарын һала алырлыҡ махсус өҫтәлдәр әҙерләйәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика