18:47 (UTC+5), 03 Август 2011

Башҡортостанда «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланыуы хаҡында иғлан ителде

Башҡортостанда республика етештереүселәренә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланды. Акция маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында уның ойоштороусылары 3 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтте.
Матбуғат конференцияһында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәрифуллин, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин, БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов ҡатнашты.
Илдар Ғәрифуллин билдәләүенсә, «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы –Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы башланғысы, ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың аҙыҡ-түлек баҙарында маҡсатлы рәүештә үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукцияны һатыу кәрәклеге тураһындағы тәҡдименә бәйле. Акция ағымдағы йылдың 25 июлендә башланды һәм артабан да дауам итәсәк. Бөгөнгө көнгә 300-ҙән ашыу төбәк сауҙа предприятиелары һәм тауар етештереүселәре унда ҡатнашыу теләген белдергән.
Һатып алыусыларға акция хаҡында белгертеү өсөн сауҙа залдарының стендтарында тауарҙары сауҙа ойошмаһында тәҡдим ителгән республика етештереүселәре исемлеге урынлаштырыла. Магазинға инеү урынында һәм сауҙа залында «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһының эмблемаһы төшөрөлгән плакат эленәсәк. Республикала етештерелгән тауарҙар уларҙың хаҡтары күрһәтелгән эмблемалы махсус билгеләр менән билдәләнә.
Илдар Ғәрифуллин әлеге акцияның уңышлы үтәсәгенә ышанысын белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт йыйылып барыласаҡ һәм тикшереләсәк, үҙебеҙҙең төбәктә етештерелгән продукция тураһындағы мәғлүмәт Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы сайтында урынлаштырыласаҡ, тип шулай уҡ белдерҙе ул.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика