Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Август 2011, 16:28

«Асылыкүл» милли паркында сүп-сар йыйыу һәм сығарыу системаһы ойоштороласаҡ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары «Асылыкүл» милли парк биләмәһендә тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Рейдта парк урынлашҡан ауыл биләмәләре башлыҡтары, шулай уҡ Әлшәй урман хужалығы белгестәре ҡатнашты.
«Асылыкүл» паркының майҙаны 47 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Парк республика һәм күрше төбәк кешеләренең яратҡан ял итеү урыны булып торған республикалағы иң ҙур күл – Асылыкүлде үҙ эсенә ала. Көн һайын бында меңләгән кеше ял итә, унлаған кубометр ҡый, ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә. Ошоға бәйле һорау килеп тыуа: кем милли парк биләмәһендә сүп-сар йыйыу һәм уны сығарыу менән шөғөлләнергә тейеш һуң?
Әлеге йылға тиклем ауыл советтары менән килешеү буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу, сүп-сар өсөн контейнерҙар урынлаштырыу буйынса түләүле хеҙмәтте Дәүләкән ҡалаһының «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған. Ләкин ял итеүселәрҙән айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһында булыу, палаткалар ҡуйыу, автомобиль менән үтеү өсөн аҡса алмай башлау арҡылы «Коммунальник» хеҙмәте өсөн аҡса түләнмәй башлай. Шуның өсөн быйыл йәй тәбиғәт объекты биләмәһенән сүп-сар сығарыу менән берәү ҙә шөғөлләнмәгән. Һөҙөмтә булараҡ – тонналап ҡый, сүп-сар менән тулған контейнерҙар, күл уратып яр ситенә автомобилдәр ҡуйыу, бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәтте һаҡлау буйынса закон боҙоуҙар һанап бөткөһөҙ.
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, рейд барышында күлдең һыу һаҡлау зонаһынан 58 автотранспорт сығарылған. Был зонала автортанспорт ҡуйыу һәм уның хәрәкәте тыйыла.
Әлеге ваҡытта тәбиғәт объекты биләмәһенән йөҙ кубометрҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. Территорияны таҙартыуҙа ауыл советы хакимиәттәре ҡатнаша. Ҡый сығарыу әлегә тиклем дауам итә.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтовтың Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов менән осрашыу барышында парк территорияһынан сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу системаһын ойоштороу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Министр фекеренсә, был мәсьәләне хәл итеүгә бәләкәй бизнес вәкилдәрен йәлеп итеү зарур.
— Мәҙәниәтле ял ойоштороуҙо ял итеүселәр үҙҙәре лә, тейешле структуралар ҙа ҡайғыртырға тейеш, - тип иҫәпләй Азат Ҡотлоәхмәтов.
Яҡын арала был мәсьәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡараласаҡ.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: