11:38 (UTC+5), 02 Августа 2011

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө һәм Борай райондарында булды

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
30 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Дүртөйлө һәм Борай райондарында булды. Республика башлығы ауыл хужалығы предприятиеларының, социаль объекттарҙың эше һәм райондарҙың инфраструктура үҫеше менән танышты.
Дүртөйлө районында Рөстәм Хәмитов Иҫке Байыш ауылы эргәһендәге «Племзавод «Россия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында уңыш йыйыу барышы менән танышты, ауыл хужалығы техникаһы торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм механизаторҙар менән аралашты. Эш хаҡы предприятиела йыл һайын арта – быйыл уны 10-12 процентҡа арттырыу планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов хужалыҡ пландары һәм һатыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиеның яңы техника һатып алырға һәм эре мал һанын арттырырға ниәтләүе асыҡланды.
— Ауыл хужалығындағы өлгәшеүҙәребеҙ – насар түгел, ләкин беҙ үҫештең интенсив темптарына ирешергә тейеш. Бының өсөн агросәнәғәт комплексында ҡайҙа көс һалырға кәрәклеген дөрөҫ билдәләү, производствоны ойоштороу юлдарын үҙгәртеү һәм яңы технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү зарур, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика