08:11 (UTC+5), 02 Августа 2011

Дүртөйлө ҡалаһының алтынсы кварталында 11 километр юл төҙөргә кәрәк

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
Дүртөйлө ҡалаһында Рөстәм Хәмитов алтынсы кварталды үҙләштереү менән танышты. Бында 80 га майҙанда 2003 йылдан алып аҙ ҡатлы йорттар төҙөлә. Бөгөнгө көнгә кварталда шәхси йорт төҙөү өсөн 376 ер участкаһы һәм дүрт фатирлы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 11 ер участкаһы бүленгән. 92 йорт сафҡа индерелгән. Шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәп төҙөү өсөн 2,65 гектарлыҡ ер резервы ла бар. Тәү сиратта кварталда газ торбаһын, һыу менән тәьмин итеү, канализация селтәрҙәрен үткәреү бурысы тора. Микрорайонға газ үткәреү проекты әҙер, газды быйыл үткәрергә вәғәҙә итәләр.
Алтынсы кварталдың үҙәк урамы ҡаланы М-7 федераль трассаһы менән тоташтыра. Киләсәктә ул Дүртөйлө ҡалаһының төп юлы булмаҡсы. Проект буйынса кварталда 11 километр юл төҙөргә кәрәк, уның смета хаҡы километрына 5-6 миллион һум тәшкил итә.
— Кешеләргә, тәү сиратта, өйҙәренә табан һуҙылған юл кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Был мәсьәләне комплекслы хәл итеү зарур. Муниципалитеттар үҙ аҡсаларына ғына юлдар төҙөй алмаясаҡ. Проблеманан сығыу юлдарын табырға кәрәк – йәки аҡсаларҙы инфраструктура үҫтереү өсөн урындағы властарға бирергә, йәки быға маҡсатлы ресурстарҙы йүнәлтергә.
Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһында власты децентрализациялау һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәр буйынса эш төркөмөнә инә.
— Әлеге эш сиктәрендә, атап әйткәндә, дәүләт юл фонды средстволары иҫәбенә урам юлдарын төҙөү мәсьәләһе ҡарала, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика