11:00 (UTC+5), 28 Июля 2011

Өфөлә ярты йыл эсендә 22 яңы сауҙа объекты асылған

Әлфиә Шәрәфетдинова
Өфөлә «ИКЕА» саүҙа үҙәген асыу өсөн бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Һатып алыусылар өсөн ишектәр 25 августа асыласаҡ.
— «ИКЕА» компанияһының Өфөлә «МЕГА» күп функциялы комлексын төҙөү буйынса инвестиция проекты аҙағына яҡынлаша, - тине ҡала хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Тимур Солтанов. - «ИКЕА»ны асыу 25 авгусҡа планлаштырыла. Йыл аҙағына, компания вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙәк тулы ҡеүәтендә эшләп китәсәк.
Тәүге ярты йыллыҡта Өфөлә йәмғеһе 23 мең квадрат метрҙан ашыу күләмендә 22 яңы сауҙа объекты сафҡа индерелгән. Йән башына иҫәптә сауҙа майҙандарының һаны буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында алдынғы урындарҙы биләй. Өфөнөң ваҡлап һатыу һәм дөйөм туҡланыу селтәре 5 меңдән ашыу, шул иҫәптән 3 мең стационар объектты үҙ эсенә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика