11:51 (UTC+5), 28 Июля 2011

Башҡортостан муниципалитеттарына ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн 300 миллион һум аҡса бүленгән

Сергей Захаров
Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙың йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципалитеттар республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә адреслы ярҙам аласаҡ.
Был хаҡта 28 июлдә ҡала һәм район башлыҡтары менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин хәбәр итте.
— Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса бындай маҡсатды программа Башҡортостанда һуңғы 20 йыл эсендә тәүгә тормошҡа ашырыла, - тине вице-премьер. – Программаны ғәмәлгә ашырыу республиканың 22 ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабаһында юлдарҙы һәм йорт яны биләмәләрен ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.
Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Яңауыл, Межгорье ҡалалары һәм ҡала тибындағы Приют, Шишмә ҡасабалары субсидия аласаҡ. Уларҙа 1,391 миллион кеше йәшәй. Средстволар муниципалитеттар араһында халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленәсәк.
27 июлдә БР Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды. Аҡсаларҙың маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланылыуын контролдә тотоу Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына йөкмәтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика