06:06 (UTC+5), 26 Июля 2011

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан 2011 йылда 1,4 миллион квадрат метр аҙ ҡатлы йорт төҙөйәсәк»

«Башинформ»
Башҡортостанда йыл аҙағынаса 16 мең аҙ ҡатлы йорт төҙөләсәк, һәм был күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙең биш лидер төбәге иҫәбенә инә, тип йома көндө хәбәр итте «Интерфакс-Поволжье» агентлығына төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов.
«Беҙ йыл аҙағынаса 1 миллион 400 мең квадрат метр аҙ ҡатлы шәхси йорт төҙөргә тейешбеҙ. Был яҡынса 16 мең йорт. Ошо күрһәткес буйынса беҙ – лидер, беҙ – Рәсәйҙең биш иң яҡшы төбәге иҫәбендә. Беҙгә үҙҙәре торлаҡ төҙөгән республикабыҙ халҡы ярҙамға килә. Ләкин беҙ ҙә был төҙөлөштө арзанайтырға, ер бирергә һәм кәрәкле инфраструктура булдырырға тырышабыҙ», - тине Рөстәм Хәмитов.
2011 йылда төбәк властары шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн инфраструктура булдырыуға 600 миллион һум самаһы аҡса бүләсәк, тип билдәләне ул.
«Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн инфраструктураға беҙ 600 миллион һум самаһы аҡса планлаштырҙыҡ, ә юлдар төҙөлөшө менән бергә беҙҙең сығымдар 1 миллиард 400 миллион һумға барып баҫасаҡ. Шуға кеше йорт һала ла инде, сөнки улар газ, электр энергияһы һәм юлдар менән ярҙам итеүҙе күрә», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика