13:20 (UTC+5), 21 Июля 2011

Стәрлетамаҡ аграрийҙары сит ил технологиялары буйынса эшләй

"Башинформ"
Шаршамбы, 20 июлдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш визиты менән Стәрлетамаҡ районында булып ҡайтты. Эш сәфәрен «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативына барыуҙан башланды. Бында 600 баш эре мал өсөн һимертеү майҙансығы төҙөлә. Нигеҙ итеп эре мал аҫрауҙың канада технологиялары алынған. Сит ил тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был ысул энергияны самалы ғына ҡулланып, яҡшы артым алыу мөмкинлеген бирә. Хужалыҡ баҫыуҙарында мал аҙығы йыйыу кампанияһының ҡыҙыу мәле. Премьер-министрға судан үләне баҫыуҙарын күрһәттеләр. Бөгөн ул баҫыуҙарҙа мал аҙығы культураларын йыйыусы ике «Дон -680» комбайны һәм «Маг Дон» сапҡысы эшләй. Явнов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы ла ҡалышмай. Бында ике йыллыҡ мал аҙығы запастарын әҙерләргә планлаштыралар.
Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында 400 баш эре мал өсөн ике һыйыр аҙбары реконструкциялана. Энергияны һаҡсыл тотонған заманса технологиялар ҡулланыла. Картуф плантациялары был хужалыҡ аграрийҙарының айырыуса ғорурлығы булып тора. Бөгөн бында һыу ҡойоуҙың итальян технологиялары әүҙем ҡулланыла.
«Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында Премьер-министр сусҡасылыҡ предприятиеһының ит эшкәртеү цехтарында, әҙер продукция келәтендә, теплица комплексында, фирма магазинында булды.
— Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт комплексы һөҙөмтәле сит ил технологияларын ҡулланыуы менән динамик үҫешеүҙең асыҡ өлгөһө булып тора, - тип эш сәфәренә комментарий бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Был тәжрибәне ҡулланылышҡа индереү республика өсөн бик мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика